Өфөлә «Вируслы тормош» күргәҙмәһе асылды

Уның менән «Рәсәй - минең тарихым» музейында танышырға мөмкин. «Вируслы тормош» проектын Мәскәүҙәге Политехник музейы менән Милли иммунобиологик компанияһы әҙерләгән. Күргәҙмәлә кешелек тормошоноң төрлө осоронда булған вирустар һәм эпидемиялар хаҡында, улар менән көрәшеү ысулдары менән танышырға була. Экспозицияларҙың күбеһе Ковид-19 пандемияһына бәйле. Быға тиклем ул Мәскәү халҡына күрһәтелһә, киләһе йылдың февраленә тиклем Рәсәйҙең 22 ҡалаһында тәҡдим ителәсәк.

«Вируслы тормош» күргәҙмәһе беҙҙең тарихи парк өсөн ғәҙәти булмаған экспозиция. Шуға ҡарамаҫтан, музейға килеүселәр уны ҡыҙыҡһынып ҡарай. Эпидемия - ул тик даталар ғына түгел, ә кешелек донъяһының, хатта тотош илдәрҙең яҙмышын үҙгәртеүсе ваҡиға икәнен аңлата.

Екатерина Маркова, «Рәсәй - минең тарихым» тарихи паркының клиенттар менән эшләү хеҙмәте етәксеһе

Үҙенсәлекле күргәҙмә менән Нуриман районының Красная горка мәктәбе уҡыусылары ла танышты. Уларҙың класс етәкселәре белдереүенсә, балаларҙың күбеһе киләсәктә медицина һөнәрен һайларға теләй. Шуға күрә күргәҙмә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Күргәҙмә 18 декабргә тиклем эшләй, инеү бушлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ