Ир-егет шарттар булдырғанда, ҡатын-ҡыҙ уҡырға, эшләргә, ижад итергә өлгөрә

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»нең сираттағы сараһы Баҡалы районында үтте. Гүҙәл заттарҙың ижади һәм социаль үҫешенә булышлыҡ итеүсе проект республика булап сәйәхәт итеүен дауам итә. Был юлы сара Баҡалы районы Мәҙәниәт йортонда уҙҙы.

Оҫталыҡ дәрестәре, лекторий, консультациялар, яңы танышыуҙар - бай йөкмәткеле программа заманса ҡатын-ҡыҙ тормошоноң барлыҡ өлкәләрен үҙ эсенә алды. Асыҡ академияның төп майҙансыҡтарының береһе - «Сәләмәтлек биләмәһе»ндә баш ҡала табиптары эшләне. Улар 300-ҙән ашыу консультация үткәрҙе.

Беҙҙең проекттың төп маҡсаты - оҫталыҡҡа өйрәнеү, теләктәреңде бойомға ашырыу, сәләмәтлекте хәстәрләү. Гүзәл заттар осрашып, танышып ҡына ҡалмай, артабан да аралашып йәшәй, үҙ-ара бәйләнеш булдыра -шуныһы ҡыуандыра.

Каринэ Хәбирова, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе

«Уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар биләмәһе» аралашыу, кәңәш алыу майҙансығына әйләнде. Унда етәксе, эшҡыуар булып эшләүсе гүзәл заттар сығыш яһай. Кәрәкле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары менән Башҡортостан башлығы гранттары фонды белгесе Юлиә Рибенчук таныштырҙы. «Илһам биләмәһе»ндә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушаниә Бәҙретдинова арт-терапия күнекмәләрен үткәрһә, «Матурлыҡ биләмәһендә» ҡатнашыусылар биҙәнеү, прическа яһау, биткә массаж эшләү серҙәренә өйрәнде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ