Әсәләр көнө алдынан Өфөләге «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүселәр өсөн кисә уҙҙы.
Үҙәктә сәләмәтлегендә тайпылыш булған 200 сабый тәрбиәләнә. Уларҙың әсәләренә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
Сабыйҙар үҙәккә саҡырылған өлкән быуын вәкилдәре менән аралашты. Бергәләп улар әсәйҙәргә открытка эшләп бүләк итте. Ләйсән Ҡәйүмова үҙәккә игеҙәк улдарын биш йыл тирәһе йөрөтә. Ижад менән шөғөлләнеү ваҡытынан алда тыуған малайҙарына аҡыл һәм фекер кимәлен үҫтереүгә ярҙам итеүен билдәләй.
Үҙәктә инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә байтаҡ эштәр башҡарыла. Әле Өфөнән Радмир Бикмәтов Антарктидала спорт уҙышында ҡатнаша һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға бер миллион һум аҡса йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ярышта бөтә донъянан 42 спортсы уҙыша. Рәсәйҙән берҙән - бер спортсының хәйриә акцияһына экрандағы һылтанма буйынса ҡушылырға мөмкин.



