«Ышан» сериалы «Тэфи-төбәк-2022» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яуланы. «Тамыр» телеканалы режиссеры Әҙилә Һөнәрғолованың эше иң яҡшыһы тип баһаланды. Бүләкләү тантанаһы Санкт-Петербургта уҙҙы.
«Ышан» сериалы илдең төрлө төбәктәренән конкурсҡа ебәрелгән 600 ижади проект араһынан һайлап алынған. «Телевизион программа режиссеры» номинацияһында финалға үткән иң көслө өс эш араһынан «Тамыр» телеканалының үҫмерҙәр өсөн «Ышан» проекты иң яҡшыһы тип табылған.
Мистик сериал 7 өлөштән тора. Унда башҡорт легендаларынан ете ҡыҙ ҡатмарлы хәлдә ҡалған үҫмерҙәргә ярҙам итә. Ата-әсә менән мөнәсәбәт, яңғыҙлыҡ тойғоһо, тиҫтерҙәр менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар, яуапһыҙ мөхәббәт - фильм үҫмерҙәргә хас проблемаларҙы аса. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ил кимәлендәге һөнәри конкурста даими ҡатнаша. Коллегаларыбыҙҙың ижады 9 тапҡыр бронза Орфей менән билдәләнгән.



