Йәмәғәтселек Юлай Барый улы Ноғоманов менән хушлашты

Йәмәғәтселек, Башҡортостан Республикаһының кинематографистар союзы ағзаһы, билдәле кинооператор, телевидение ветераны Юлай Барый улы Ноғоманов менән хушлашты. 60-сы йәшендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мәрхүм менән хушлашырға уның дуҫтары, яҡындары, коллегалары йыйылды.

Юлай Ноғоманов 1963 йылдың 16 июлендә Өфөлә тыуған. 1990 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Башҡортостан телевидениеһына 80-се йылдар башында эшкә килә. Бында ул ябай механиктан тәжрибәле кино һәм телеоператор дәрәжәһенә тиклем үҫә. 2000-се йылдар башынан Юлай Ноғоманов Екатеринбург ҡалаһында йәшәй һәм бында ла яратҡан эше менән шөғөлләнә.

Телевидение студияһы ойоштороп, күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең рухи-мәҙәни тормошон сағылдырыуға ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа Юлай Ноғоманов Башҡортостан юлдаш телеканалында студия операторы булып эшләне. Башҡортостан телевидениеһы архивында оператор Юлай Ноғоманов төшөргән документаль фильмдар, тапшырыуҙар һәм видеояҙмалар бихисап.

Хеҙмәттәштәре күңелендә ул үҙ һөнәренең оҫтаһы, эшенә мөкиббән бирелгән белгес булараҡ һаҡланасаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ