«Йомарт шишәмбе» тип аталған сара сиктәрендә Өфө хосписы ярҙам акцияһын иғлан итте. Хәүефле сирҙәр менән ауырыған кешеләрҙең тормошона битараф булмаған шәхестәр һәм ойошмалар медицина учреждениеһына аҡса күсерә ала.
Акцияға матурлыҡ салондары, тиҫтәләп ресторан һәм кибет ҡушылды. Хоспис төҙөлөшөнә ярҙам итеү өсөн ойошторолған хәйриә акцияһы Яңы йыл байрамдарына тиклем дауам итә.






