Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Автограф көнө»

Ижади осрашыу республиканың ваҡытлы матбуғат биттәре аша таныш авторҙар Гөлнара Хәлфетдинова, Венер Исхаҡов, Гөлнур Ҡасҡынова, Дилбәр Булатова һәм Елена Чумакова ҡатнашлығында үтте. Улар яңыраҡ баҫылып сыҡҡан китаптары менән таныштырып, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләне.

Филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад юлына бәйле материалдар туплап, айырым китап итеп баҫтырыуға өлгәшкән. Ул әҙәбиәт һөйөүселәргә төрки донъя ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге роман яҙыусыһын икенсе яҡтан асыр тигән өмөт уята.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ