Өфөлә күренекле башҡорт теле белгесе Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ғалимдар советы үтте. Ул башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен тасуирлау буйынса 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Уның нигеҙендә күп һанлы диалектологик экспедициялар ойошторолған.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙының «Башҡорт теленең диалектологик атласы» проекты ғалимәнең иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе. Фәнни эштәр бөгөн дә йәш белгестәр тарафынан өйрәнелә.



