Өфөлә Сергей Аксаковтың йорт-музейында Рәсәйҙең иң йәш коллекционеры һәм сәғәт төҙәтеү оҫтаһы Алан Һаҙыевтың «Сәғәттәр һәм ваҡыт» күргәҙмәһе асылды. 200-ҙән ашыу сәғәт коллекцияһын үҙ эсенә алған күргәҙмә менән БЮТ ижади төркөмө танышты. Мауыҡтырғыс сәғәттәр донъяһындағы ваҡыт ағышын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
Алан Һаҙыев 3 йәшендә беренсе тапҡыр сәғәт һүтеп ҡарай. Сәғәт йөрәген аңлау теләге үҫкән һайын артҡандан-арта бара. Бөгөн сәғәт ҡорау оҫтаһы һәм коллекционер Алан исеме бөтә донъяла билдәле. Ул Рәсәй телеканалы шоуҙарында ҡатнаша, «Мөғжизәле донъя» тапшырыуҙар циклы йәш оҫтаны 150 ил тамашасыһына таныта. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы киләсәктә үҙенең сәғәт брендын булдырыу теләге менән яна.
Аландың коллекцияһы йыл эсендә тағы ла ике йөҙ данаға артҡан. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы ваҡыттың ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе предмет хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Тәүге сәғәттәр ҡомдан эшләнгән. Унан һуң механик сәғәттәр ҡулланылышҡа ингән. Борон замандарҙа сәғәттәр һәр кешелә лә булмаған. Халыҡ сиркәү башняһындағы сәғәттәрҙән ваҡытты билдәләгән. Беренсе Бөтә Донъя һуғышы, Октябрь революцияһы осоронда кеҫә сәғәттәрен йөрөтөү уңайлы булһын өсөн махсус күн чехолдар уйлап тапҡандар.1917 йылда Кремлде штурмлағанда Спасс башняһындағы сәғәт циферблатына пуля эләгә. Илебеҙҙең төп сәғәте Ленин ҡушыуы буйынса ремонтлана. Ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышты күргәҙмәгә килеүселәр.
Алан Һаҙыевты сәғәт көйләүселәр донъяның иң йәш ваҡыт хужаһы, тиҙәр.Күргәҙмәлә төрлө ҙурлыҡтағы 200 ашыу сәғәт ҡуйылған. Был Алан коллекцияһының өстән бер өлөшө генә. Иҙәнгә ҡуя торған , стенаға элә торған, каретала йөрөтә тораған сәғәттәр, 18 -се быуатта сығарылған һирәктәре лә бар. «Сәғәттәр һәм ваҡыт» күргәҙмәһе Сергей Аксаков йорт-музейында киләһе йылдың 21 ғинуарына тиклем эшләй.
Аландың коллекцияһында донъяның 6 иленән 600 тиклем төрлө ҙурлыҡтағы сәғәттәр тупланған. Киләсәктә ул коллецияһын меңгә еткереп, шәхси музей асыу тураһында хыяллана.
Гүзәл Борханова



