Полиция генерал-лейтенанты республикала спорттың был төрөн үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү осоронда ул төрлө алыш федерацияларына ярҙам итә, милли көрәште популярлаштыра. Турнир икенсе йыл уҙғарыла һәм быйыл ул илдең 18 төбәгенән 170 спортсыны тупланы.
Көрәшселәр халыҡ-ара ареналарҙа сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап алып ҡалған атлеттар. Күптән түгел генә улар бөтә донъя көрәшселәр чемпионатында һәм беренселегендә ҡатнашып ҡайтты. Өфөгә ошо мәртәбәле бәйге еңеүселәре һәм разрядын арттырырға теләүсе йәш спортсылар ҙа килде. Турнирҙың ярымфинал һәм финал өлөштәре иртәгә үтә.



