Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары буйынса, ҡала ситендәге стационар лагерҙа бер тәүлек өсөн 1 мең һум самаһы, палаткалы ял үҙәгендә 300 һумға яҡын түләргә тура килә. “Төп бурыс балаларҙың именлеген тәьмин итеү”, -ти Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының баш белгесе Рәмзиә Бикҡужина.
“Бөгөн балаларҙың ялын ойоштороуҙа төрлө алымдар ҡулланырға була. Беҙ ҙә эште һөҙөмтәлерәк итеү өсөн яңы ысулдар эҙләйбеҙ”, - ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге етәксеһе Йыһангир Ишбаев.
Быйыл республика лагерҙарында 500 мең самаһы бала ял иткән. Ата-әсәләргә юллама хаҡын компенсациялауҙың ике төрө тәҡдим ителде. Путевка һатып алыусылар, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 43 процентҡа артты, тип белдереләр мәғариф һәм фән министрлығынан. Бынан тыш, Башҡортостанда Луганск Халыҡ Республикаһынан 1 мең 500-ҙән ашыу бала һаулығын нығытҡан.







