Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошо турала белдерҙе.
Бушлай йылы аш башланғыс класс уҡыусыларының барыһына ла бирелә. Балалар түләүһеҙ бер тапҡыр ашай ала. Инвалид балалар һәм аҙ килемле ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр көнөнә ике тапҡыр бушлай туҡлана. Мөмкинлеге сикле булып өйҙә белем алғандарға ҡоро ризыҡ тапшырыла.







