Шуларҙың береһе йәкшәмбе иртәһендә Архангел районында теркәлде. «Лада Ларгус» автомобиленең 39 йәшлек водителе ҡатмарлы һауа шарттарында идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып оса. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә руль артындағы ҡатын һәм уның 15 йәшлек улы тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалына.
Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе ҡар яуғанда һәм боҙлауыҡ ваҡытында иғтибарлы булырға саҡыра.



