Башҡортостан башлығы Яңы 2023 йылды билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Документ рәсми мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Республикала яңы йылды билдәләү буйынса ойоштороу комитеты раҫланған. Уға Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов рәйеслек итә. Ойоштороу комитетына Яңы йылды билдәләү буйынса саралар планы әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылған.

Республика шыршы байрамы 22 декабргә тәғәйенләнгән. Уға Башҡортостандың төрлө район ҡалаларынан Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә уҙғарылған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары, шулай уҡ тәртип һағы органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары, уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада , ярыштарҙа еңеүселәр, конкурс- фестивалдәр лауреаттары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, мөмкилеге сикләнгән, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған малай - ҡыҙҙар саҡырылған. Уларҙың барыһына ла Яңы йыл бүләктәре тапшырыла.

Республика шыршыһында ҡатнашыусыларға өс көнлөк ял ойошторола. Барлыҡ мәҙәни саралар ҙа санитар талаптар нигеҙендә уҙғарыла. Шыршы байрамдарында медицина хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә. Муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында, тораҡ пункттарҙың үҙәк майҙандарында концерт саралары ойоштороу һәм уҙғарыу ҡушылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ