Николай Римский-Корсаковтың данлыҡлы «Садко» операһы Өфө сәхнәһендә

Премьераны башҡала халҡы йылы ҡабул итте. Тамашала Башҡортостан башлығы ла булды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Садко» операһы республиканың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға. Садко тураһындағы риүәйәттәргә нигеҙләнгән, ете картиналағы музыкаль либретто Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн яңы әҫәр. Уны сәхнәгә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов ҡуйған, премьераға дирижер итеп Мәскәүҙән халыҡ артисы Феликс Коробов саҡырылған.

Тамашаға театрҙың бар ижади коллективы йәлеп ителгән, хорҙа ғына 68 кеше сығыш яһай. Бар костюмдар ҙа яңы, артистарға 400-ләп сәхнә кейеме ҡулдан тегелгән.

Республика башлығы спектаклдән һуң сәхнә оҫталары менән аралашты, уларға ижади уңыштар теләне. Артистар Радий Хәбировҡа төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ