Икенсе тапҡыр ойошторолған спорт ярышында илдең 18 төбәгенән 170 көрәшсе ҡатнашты.Көрәш буйынса бөтә Рәсәй турнирының тап Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арнап ойошторолоуы осраҡлы түгел.
Артур Фәрүәз улы үҙе иҫән сағында спорт федерацияларының эшмәкәрлеген үҫтереүгә күп көс һала, бигерәк тә милли көрәште популярлаштырыуға етди иғтибар бирә. Яҡташтары билдәле шәхес башлаған эште дауам итә. Турнир Артур Әхмәтханов тәҡдим иткән форматта, донъяуи талаптар буйынса, юғары кимәлдә уҙғарыла. Спорт ярышында Камчатканан Калининград өлкәһенә тиклем төбәктәрҙән көрәшселәр үҙ көсөн һынай.
Турнирҙа илдең төрлө төбәктәренән көслө көрәшселәр ҡатнаша, улар араһында халыҡ-ара, ил кимәлендәге ярыш еңеүселәре бар. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан йыйылма командаһы тағы ла бер тапҡыр был спорт төрөндә үҙенең лидерлығын иҫбатланы. Яҡташтарыбыҙ көрәштә 33 миҙал яуланы, уларҙың 16-һы үҫмерҙәр, 17-һе өлкәндәр категорияһында. Турнир 55-тән 100 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә барҙы.



