Республиканан Ҡораллы Көстәргә дүрт мең кеше алына. Быйыл саҡырыу өлөшләтә мобилизация менән бәйле бер айға һуңыраҡ башланды. Буласаҡ ил һаҡсыларына хәрби часҡа китер алдынан хеҙмәт итеү өсөн кәрәк-яраҡ, экипировка тапшырыла. Быйылдан хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш ай була. Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй. Көҙгө саҡырылыш 31 декабрҙә тамамлана.







