“Был ярышта ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙе дөрөҫ теккән. Улар менән башҡалар ҙа танышырға тейеш”, - тип иҫәпләй “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин. Бындай күргәҙмәләр республикаға туристарҙы ла йәлеп итә тигән фекерҙә ул.
“Тамға” күргәҙмәһе 14 декабрҙә республика Милли музейында асыла. Уның барышында оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған.







