Башҡортостанда мини сиреналар 12 категорияға ҡараған кешеләргә бушлай бирелә. “Прибор ярҙамында 700-ҙән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылды”, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Янғын иҫкәртеү приборын алыуға Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ғариза бирергә була. Быйыл республикала янғында 158 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был һан былтырғы менән сағыштырғанда, 19 процентҡа аҙыраҡ. Йыл башынан ғаиләләргә 15 мең янғын иҫкәртеү приборы тапшырылған. Хәҙер фатир һәм йорттарға ҡуйылған мини-сиреналар һаны 456 меңдән ашты.







