Радий Хәбиров Ырымбурҙа эш сәфәре сиктәрендә Денис Паслер менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ырымбурға эш сәфәре сиктәрендә Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер менән осрашты.

Рәсми әңгәмә барышында төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, шул иҫәптән транспорт һәм юл инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан етәксеһе Өфө менән Ырымбур араһында тимер юлы бәйләнеше йылдам үҫешеүен билдәләне. Был эшҡыуарлыҡ менән туризмды үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһай, мәҫәлән, заманса уңайлыҡтары булған «Орлан» поезы пассажирҙарға бик оҡшай, тип белдерҙе. Үҙ сиратында Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер Башҡортостан менән иҡтисади һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлек мөминлектәренең киң булыуын әйтеп үтте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ