Башҡортостанда иң яҡшы подъезд, күп фатирлы йорттар һәм ихаталар билдәләнә

Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының баһалама комиссияһы республика конкурсына килгән заявкаларҙы ҡарай башланы. Быйыл күләмле бәйгелә 207 объект ҡатнаша, уларҙың күбеһе Өфөнән. Миллион һумға дәғүә иткән торлаҡ, ихата алды биләмәләрен беҙҙең ижади төркөм дә баһаланы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү һәм ихата алды биләмәһен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» конкурсына Өфөнөң Революция урамындағы биләмә дәғүә итә. Конкурс комиссияһы килгәндә балалар уйын һәм воркаут майҙансыҡтары ҡарҙан таҙартыла ине. Ун йортҡа иҫәпләнгән участка былтыр «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән.. Был бәйгелә ҡатнашыу буйынса төп талаптарҙың береһе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ көсө менән биләмәләге тәртип һәр ваҡыт контролдә тотола.

Конкурс сиктәрендә республиканың иң яҡшы ихата алды биләмәһенән тыш, иң яҡшы подъезд һәм күп фатирлы йорттары ла асыҡлана. Заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителгән. Еңеүсе объекттар 100 мең һумдан 1 миллион һумғаса аҡсалата премия менән билдәләнә. Әлегә муниципалитеттарҙа төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының баһалама комиссияһы эшләй. Талаптар күп.

Күп фатирлы йорттарҙа подвал, торбаларҙың торошон, мәғлүмәт стендтары булыуын, энергия һөҙөмтәлелеген ҡарайбыҙ. Ихаталарҙы баһалағанда ла яҡындағы торлаҡтарҙың техник торошо иғтибарһыҙ ҡалдырылмай. Шулай уҡ төҙөкләндереү эштәрендә урындағы халыҡтың әүҙемлеге лә айырым әһәмиәткә эйә.

Арыҫланбәк Хәйҙәров, Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының бүлек етәксеһе

«Иң яҡшы подъезд», «күп ҡатлы йорт» һәм «ихаталар» бәйгеһе дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Күләмле бәйге республика етәкселеге ҡушыуы буйынса үтә, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән.

Конкурстың бүләкләү фонды ун алты миллион ярым һум. Өс номинацияла 27 еңеүсе объект билдәләнә. Ҡала округы, ҡала һәм ауыл биләмәләренән заявкалар айырым ҡарала. Уңышлы тип танылғандары төҙөкләндереүгә өҫтәмә финанс ярҙам ала.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ