Махсус операция өсөн. Туймазы халҡы республикала тәүгеләрҙән булып маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Продукция техника һәм блиндаждарҙы йәшереп ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән. Ирекмәндәр башлаған эшкә ҡушылырға теләүселәр көндән-көн арта.
Битараф булмаусыларҙың бер өлөшө туҡыма алып килә, ҡалғандар селтәр етештерә. Ярҙам итергә теләүселәр «Акуленок» акваүҙәгенә йәки Туймазы районы ветерандар советына мөрәжәғәт итә ала.






