Ырымбурҙа Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы уҙҙы. Унда видеоэлемтә аша ике дәүләт башлығы Владимир Путин һәм Ҡасым Жомарт Токаев сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен айырым телгә алды.
Ырымбурҙа Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше арта бара. Ике республика хеҙмәттәшлек буйынса эшлекле төркөм булдырҙы. Быйыл тауар әйләнеше 500 миллион доллар булыр тип көтөлә.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы йыл һайын алмашлап ике дәүләттә ойошторола. Радий Хәбиров 2024 йылда юбилейлы 20-се форумды Өфөлә үткәрергә тәҡдим итте.




