Быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 500 миллион долларға етәсәк. Был турала Радий Хәбиров Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында белдерҙе. Башҡортостандың ике дәүләт иҡтисадының яҡынайыуына булышлыҡ иткән даими эшсе төркөмө эшмәкәрлеген үҙенең сығышында ил Президенты Владимир Путин да юғары баһаланы.
Форумда санкция шарттарында халыҡ-ара сауҙанан инфраструктур сикләүҙәрҙе алыу мәсьәләләре тикшерелде. Уның эшендә ике илдең 40-лаған төбәгенең дәүләт власы органдары етәкселәре ҡатнашты. Киләһе йыл форумды Костанай өлкәһе ҡабул итә. 2024 йылда Радий Хәбиров дәүләттәр етәкселәре осрашыуын Өфөлә уҙғарырға тәҡдим итте.
Үҙенең сығышында Радий Хәбиров, Башҡортостандың Евразия иҡтисади союзы тауар етештереүселәренең ауыл хужалығы тауарҙарын экспортлауҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агроэкспресс» проектын тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне. Астанала беҙҙең республиканың сауҙа вәкиллеге эшләй. Владимир Путин билдәләп үткән хеҙмәттәшлек буйынса даими эшсе төркөмдөң тырышлығы менән Ҡаҙағстан Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә Башҡортостандың төп партнерына әүерелде. Былтыр ғына тауар әйләнеше бер ярым тапҡырға артҡан.



