Республикала 60 мең гектарҙан ашыу майлы культуралар урып алынмаған

Быны аграрийҙар көҙгө ямғырҙар һәм һаҡлау урындарының етешмәүе менән аңлата. Был турала ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Һуңғы арала социаль селтәрҙәрҙә ҡар аҫтында ҡалған уңыш фотолары арта башланы. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, яңы уңыш асыҡ һауала ҡалмаясаҡ.

Һаҡларға урындар ҙа юҡ, ямғыр ҙа күп яуҙы. Шулай ҙа уңыш урамда ятып ҡала тип борсолмайбыҙ. Шөкөр сөгөлдөрөн миллион ярым тоннаға яҡын ҡаҙып алдыҡ. Һаман да был эш туҡтамай һәм шәкәр заводтары ғинуар урталарына тиклем эшләр тип уйлайбыҙ

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Дыуан районында уҙған төбәк кәңәшмәһендә ауыл хужалығы ведомствоһы алдында ашлыҡты һаҡлау һәм уға хаҡты тотоу бурысы тороуы билдәләнде. Бойҙайға хаҡ киләһе йылдан артыр тип көтөлә. Малсылыҡ продукцияһына әле үк хаҡтар күтәрелә башлаған. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, әле һөттөң килограмы 32 һум менән баһалана. Был күләм Европалағы хаҡтарға ҡарағанда ла юғары. Шуға күрә малсылыҡты үҫтереү отошло буласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ