Нефтекама ҡалаһында аварияла бер кеше зыян күргән

Нефтекаманың Сәнәғәт һәм Индустриаль урамдары киҫелешендә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше зыян күргән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Бәләбәйҙән 48 йәшлек ир «МАН» йөк машинаһында светофорҙың тыйыусы сигналына үтеп барған булған. Ошо мәлдә ул «Toyota Camry» менән бәрелешә. Ҡиммәтле иномарка артабан туҡтап торған «Kia Rio»ға барып төртөлә. Аварияла башы йәрәхәтләнгән «Toyota» водителе урындағы дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ