Рәссам Максим Холодилин ҡыйыҡта музей булдырған

Баш ҡаланың күп фатирлы йорттарының береһендә рәссам Максим Холодилин үҙенсәлекле музей булдырған. 300 квадрат метр майҙанды биләгән майҙанды хужа Карлсон йорто тип атаған. Рәссам ҡунаҡҡа килеүселәр өсөн экскурсиялар ойоштора.

Сит ил сувенирҙары һәм башҡорт рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтовтың яҙылып бөтөлмәгән картинаһы. Һуңғыһы кесе Ватан символы булып тора, ти музей хужаһы. Йорттағы үҙенсәлекле мөхитте 20 йылдан ашыу экспонаттар туплаған автор үҙе булдырған. Донъяның төрлө мөйөштәренән йыйылған сувенирҙар, музыка ҡоралдары һәм хатта, милли кейемдәр. Һәр әйбер айырым мәғәнәгә эйә. Рәссам бинаны 2003 йылда һатып алған, тәүҙә унда оҫтахана эшләргә уйлаған, әммә ваҡыт үтеү менән ул үҙ йортона әүерелгән. Өфө Карлсоны ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итә. Экскурсия өсөн аҡса урынына Карлсон фигураһы сувенирын менән дә иҫәпләшергә мөмкин.

Ҡунаҡҡа килеүселәргә 2 сәғәт дауамында экскурсия үткәрәм, музей булғас, уның тарихы ла була. Бүлмәнең тарихы, сәйәхәттәр, уларҙан алып ҡайтылған сувенирҙар тураһында һөйләйем, үҙе бер спектакль кеүек тамаша килеп сыға. Әйткәндәй, мансарда архитекторҙар проекты ярҙамында төҙөлгән.

Максим Холодилин, Йорт-музей хужаһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ