Хәйбулла районында Ир-егеттәр нимә тураһында йырлай?» тип исемләнгән конкурсы уҙғарылды

Хәйбулла районы Ивановка ауылы мәҙәниәт йортонда «Ир-егеттәр нимә тураһында йырлай?» тип исемләнгән беренсе асыҡ район конкурсы уҙғарылды. Ул «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһенең муниципаль этабы сиктәрендә ойошторолдо. Бәйге талаптарына ярашлы, ижади коллективтар сәхнәлә икешәр йыр башҡарҙы.

Мәктәп уҡыусылары араһында беренсе урынды Мәмбәт ауылынан «Батырҙар» ансамбле яулаһа, өлкәндәр араһында Переволочан ауылынан ағалы-ҡустылы Анатолий һәм Николай Панченколар еңеүсе тип танылды. Гран-при «Уҙаман» ансамбленә тапшырылды. Ойоштороусылар конкурсты киләһе йылдарҙа ла уҙғарырға теләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ