Был хаҡта Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов белдерҙе. “Көнсығыш экспресс” республикалағы ҡатмарлы трассаларҙың береһенә йөкләмәне кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Республикала экспресс-поездар Өфө-Күмертау-Ырымбур, Өфө- Айғыр, Өфө-Приют-Абдулла маршруттары буйынса йөрөй. Халыҡты 69 поезд, шул иҫәптән “Орлан” һәм “Ҡарлуғас” инновациялы поездары хеҙмәтләндерә.







