Башҡортостанда ауыл хужалығында быйыл 10 айҙа 219 миллиард һумға тауар етештерелгән

Был күрһәткес былтырғы осор менән сағыштырғанда, 25 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Республика хөкүмәтенән. Быйыл баҫыусылыҡта етештереү айырыуса артҡан. Быға яҡшы уңыш булышлыҡ иткән. Хужалыҡтарҙа 890 мең баш мал иҫәпләнә. Сусҡа, һарыҡ, йылҡы һәм ҡош-ҡорт һаны күбәйгән. Тармаҡта матди-техник базаны яңыртыу эҙмә-эҙлекле алып барыла. Быйыл 6 айҙа 7 миллиард 300 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән.  

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл хужалығында быйыл 10 айҙа 219 миллиард һумға тауар етештерелгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ