Бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, үткән аҙнала врачка күренә алмаусыларҙан ялыуҙар артҡан.
БөгөнРадий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрын табипҡа яҙылыуҙағы ҡатмарлыҡтар өсөн тәнҡитләне. Ул халыҡ менән осрашырға ҡушты.
Республикала табипҡа 122 телефоны аша, поликлиника регистратураһында, ундағы инфоматта, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре һәм doctor.bashkortostan.ru порталдарында яҙылырға була. Шулай уҡ "К врачу" мобиль ҡушымтаһы булдырылған.




