Уңыштың ҡар аҫтында ҡалыуын аграрийҙар көҙгө ямғырҙар һәм һаҡлау урындары етешмәүе менән аңлата. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары -Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, үҫтерелгән культуралар әрәм буласаҡ тип борсолорға кәрәкмәй, әле баҫыуҙарҙа эш дауам итә. Беҙҙең киләһе репортаж Шаран хужалыҡтарында көнбағышты урыу хаҡында, теманы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Ерҙе ҡар япмаһы ҡаплауға ҡарамаҫтан, баҫыуҙарҙа техника тауышы тынмай. Комбайндар көнбағышты урып- һуғыуын дауам итә. Һуңлап йыйылған уңыш көҙгө ямғырҙар арҡаһында баҫыуҙарға инеп булмауы, көнбағыш башаҡтарының дымлылығы 25 проценттан артыуы менән бәйле. Әммә белгестәр фекеренсә, майлы культураларға һыуыҡтарҙың зыяны юҡ, тик көнбағышты киптерергә тура киләсәк.
Әлбиттә, яланда һыуыҡта эшләү еңел түгел. Шуға күрә лә баҫыуҙа көнөнә ике тапҡыр ҡайнар аш ашатыу ойошторолған. Рәсим Хәбибуллин егеттәргә 7 йыл дауамында ризыҡ ташый. Ашау эш ҡалдырмай, туҡ кешенең кәйефе лә, эшкә дәрте лә була, ти ул.
Белгестәр әйтеүенсә, әле Туймазы баҫыуҙарында көнбағышты урыу тамамланған. Ошо көндәрҙә Шаран майҙандарында ла уңышты йыйып бөтөү бурысы тора. Гектар ҡеүәте сағыштырмаса юғары.
Дыуан районында уҙған кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, уңыш ҡар аҫтында ятып ҡалмаясаҡ. Ошо көндәрҙә 60 мең гектарҙа майлы культураларҙы һәм шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарынан уңышты йыйыу ҡаралған.
Техник культураларҙы урып-йыйыу ваҡыты күп факторҙарға бәйле. Тәбиғәт шарттарының уңай тура килмәүе лә, һуң өлгөргән сорттар сәселеүе лә ихтимал. Әммә әле иң мөһиме күп көс һәм сығымдар түгеп үҫтерелгән уңыштың әрәм булмауы, уны тиҙ арала бураларға һалыу мөһим.
Рәмзиә Кәримова



