Белгестәрҙе әҙерләүгә заманса һәм уңайлы шарттар

Учалы тау сәнәғәте колледжы «Профессионалитет» федераль программаһына ингән. Уҡыу корпустары һәм оҫтаханаларҙы яңыртыуға ил ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленһә, тағы ла 50 миллион һум республиканан ҡаралған. Төҙөкләндереү эштәренә колледж партнеры - Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан да 20 миллион һумлыҡ ярҙам була.

Яҡын киләсәктә беҙҙең колледж тау-байыҡтырыу сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ил кимәлендә иң яҡшы уҡыу йорттарының береһе буласаҡ. Федераль проектта ҡатнашыу киләсәк колледжы булдырыуға йөкләмә өҫтәне.

Дмитрий Абдрахманов, Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры

Учалылағы тау сәнәғәте колледжы оҫтаханалары реаль эш шарттарына яҡынайтылған. Аудиторияла, хатта, быраулау ҡулайламаһы ла ҡуйылған. Вордскиллз чемпионатынан ҡомартҡы булараҡ матди-техник база ҡалдырылған. Әйтәйек, еңел автомобилдәр ремонтлау буйынса майҙансыҡ та заманса төҫ алған, хәҙер ул диагностика, һүтеп-йыйыу, тикшереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ