Шишмә районында иген таҙартыусы яңы комплекс сафҡа инә

«Иҙиәтуллин» фермер хужалығында 10 миллион һумлыҡ яңы агрегат бер ай эсендә төҙөлгән. Уны БЮТ ижади төркөмө барып күрҙе.

Иген ауҙарыла торған урын төҙөлөп бөтөп килә. Һауа ағымы һәм тимер иләк ярҙамында ашлыҡ өс өлөшкә бүленәсәк. Орлоҡтар беренсе һәм икенсе сорттарға айырыла, ә өсөнсө резервуарға сүп-сар йыйыла.

Яңы комплекс сәғәтенә 50 тонна иген таҙартыу ҡеүәтенә эйә. Иген бөртөктәре таҙартылып ҡына түгел, киптерелеп тә сыға. Комплекс уңышты юғалтыуһыҙ тотонорға ярҙам итә.

Хужалыҡтың 700 баш малы бар, таҙартыуҙан ҡалғаны фуражға файҙаланыла. Быйыл иҙиәтуллиндар 5 мең тонна уңыш алған. Уны урынлаштырыу мәсьәләһе бер ай эсендә хәл ителгән. Комплексты төҙөү өсөн аграр хужалыҡ үҙ аҡсаһын тотонған.

Иген таҙартыусы комплекс киләһе аҙнанан эшләй башлай. Бында Шишмә һәм Дәүләкән райондары баҫыуҙарында үҫкән уңыш килтерелә. Йыл аҙағына тиклем иген һаҡлау өсөн келәттәр ҙә төҙөләсәк.

Александр Куршин, Төҙөлөш компанияһы мастеры

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ