Төҙөкләндерелгән Башҡорт Ҡурсаҡ театры киләһе йыл ноябргә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Әлеге ваҡытта тарихи бинаның эсен биҙәү эштәре бара, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күрелә. Проект тамамланғандан һуң, ул ике тапҡырға ҙурыраҡ буласаҡ. Ижади коллектив хеҙмәткәрҙәрен һәм тамашасыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Ярты йылдан ашыу бында алҡыштар урынына төҙөлөш тауышы яңғырай. Иҫке бинаны төҙөкләндереү ваҡытҡа ярашлы бара. Бөгөн бында йылы бирелгән, төҙөүселәр сәхнәне ҡороу һәм янғынға ҡаршы системаларҙы көйләү менән мәшғүл. 50 йылдан ашыу торған бина стеналары таушалыу сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр уны тимер конструкциялар менән нығытҡан.

Проект сиктәрендә яңы корпус төҙөлгән, әлеге ваҡытта бында тәҙрәләр ҡуйыла. Һөҙөмтәлә театр майҙаны ике тапҡырға артҡан. Бында 150 урынға иҫәпләнгән өҫтәмә тамаша залы, кафе, ҡурсаҡтар музейы, ижади майҙансыҡтар асылыр, тип көтөлә. Бынан тыш, театр транспортын һыйҙырырлыҡ гараж да төҙөләсәк. Яҡын арала корпусты электр системаһы менән тәьмин итеү бурысы тора.

Ҡурсаҡ театры бинаһы төҙөкләндерелгәнсе, артистар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында сығыш яһай. Яңыраҡ сәхнәгә сығарылған «Золушка» әкиәте аншлаг менән үткән. Ә киләһе йыл Яңы йыл тамашаларын өр-яңы заманса бинала ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Р. Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ