Был турала Дәүләт Думаһы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлеге етәксеһе Ирина Панькинаның журналистар менән осрашыуында һүҙ барҙы. Дәүләт эшмәкәре 4 декабрҙә үтәсәк VIII Бөтә Рәсәй юристар форумы хоҡуҡ һағында тороусы федераль һәм төбәк белгестәрен берләштерәсәген белдерҙе.
Быйыл Рәсәй юристары ассоциацияһының республика бүлегенең нигеҙ һалыныуына 15 йыл тула. Әйткәндәй, ойошма илдә составы буйынса ла ҙур иҫәпләнә. Быйыл Башҡортостандың һәр бер районында урындағы юристар ойошмалары барлыҡҡа килеп, халыҡҡа бушлай һәм сифатлы юридик ярҙам мөмкинлектәре артҡан.
Брифинг барышында Ирина Панькина ҡайһы бер көнүҙәк закон проекттарына ла туҡталды. Ҡатмарлы шарттарҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа бер енесле мөнәсәбәттәр темаһын йәмғиәттә таратыуҙы тыйыу мөһим. Дәүләт эшмәкәре был йүнәлештә мәҙәни материалдарҙы тикшереүсе махсус комиссия булдырыу ихтималлығы тураһында хәбәр итте. Тағы ла әңгәмәлә илдең яңы биләмәләрендә юридик мәсьәләләрҙе көйләү, мобилизацияға саҡырылыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, экологияға ҡағылышлы яңы закон проекттары ла күтәрелде.




