Республикала йәшәүселәр коммуналь хужалыҡ өсөн «Һаҡлыҡ банкы онлайн «ҡушымтаһы аша йышыраҡ иҫәпләшә

Сервис тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәҙер был ҡушымта аша торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәте түләүҙәре өсөн аҡса ҡайтарып алырға ла мөмкин.

Коммуналь хужалыҡ өсөн «Һаҡлыҡ банкы онлайн» аша түләү уңайлы ғына түгел, файҙалы ла. Хәҙер түләү өсөн киткән аҡсаның бер өлөшөн, хатта ҡайһы осраҡта тулыһынса кире ҡайтарырға була. Бының өсөн ни бары Сберспасибо программаһы ҡатнашыусыһы булыу шарт.

Коммуналь түләүҙәргә «Һаҡлыҡ банкы онлайн «сервисы ярҙамында иҫәпләшеү уңайлы ла, файҙалы ла. Уңайлы - сөнки мобиль телефон аша тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында түләйһең. Отошло, ни өсөн тигәндә, түләгәндән һуң өс тәүлек эсендә Сберспасибо бонустары ярҙамында түләгән ниндәйҙер сумманы ҡайтара алаһығыҙ. Бынан тыш, электрон чек гел ҡушымтала һаҡлана һәм был юридик көскә эйә документ булып тора. 

Азамат Сәлихов, «Һаҡлыҡ банкы»ның Башҡортостан бүлеге идарасыһы

СберСпасибо бонустарын һумға 45 көн эсендә банк ҡушымтаһының «Бонустарҙы һумға конвертлау» бүлегендә алмаштырырға мөмкин. Операция башҡарылғас бер нисә секундтан аҡса банк картаһына ҡайта.

Ысынын әйткәндә, мин тәүҙә коммуналь түләү өсөн аҡса ҡайтарып алып була икәнлегенә ышанманым. Нисек инде һин айлыҡ түләүҙе күсерәһең дә, тағы ла бының өсөн аҡса алаһың? Тик банкта миңә телефондан программаның нисек эшләүен, бонустарҙы һумға конвертлау тураһында аңлаттылар. Нимә тиһең инде, шәп!

Ольга Буряк, Клиент

Тиҙ, ябай һәм ҡулай. «Һаҡлыҡ банкы Онлайн» ҡушымтаһының яңы мөмкинлектәре ваҡытты ғына ғына түгел, ғаилә бюджетын экономияларға ла ярҙам итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ