Юл инспекторҙары бурыстарын түләмәүселәрҙе асыҡлай һәм закон менән билдәләгән яуаплылыҡҡа тарттыра.
Иглин районында 155 штрафын түләмәгән автомобиль хужаһы ҡулға алынған. Уның һалымдар менән бергә дөйөм бурысы 156 мең һумдан ашып киткән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан «Лада Приора» руле артында милексе булмаған ҡатын ултырған. Артабан тикшереү өсөн суд приставтары саҡыртылған. Автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Машинаһын алыу өсөн водителгә йыйылған бурыстарын түләргә тура киләсәк.
Стәрлетамаҡта ла 14-се модель «ВАЗ» автомобиле водителенең 93 мең һумлыҡ 173 түләнмәгән штрафы булыуы асыҡланған. 29 йәшлек водитель машинаны атаһынан алыуын, ә фото-видео камералары буйынса килгән штрафтар хаҡында хәбәрҙар булыуын аңлатҡан. Бынан тыш, автомобиль хужаһының 304 мең һумлыҡ кредит түләүҙәре буйынса бурысы бар. Автомобиль штраф туҡталҡаһына индерелгән, материалдар суд приставтарына тапшырылған.



