Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙа етешһеҙлектәр кәмей

Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, былтырғы мониторинг һөҙөмтәләре мәктәптәрҙең 64 процентында аш-һыу әҙерләү технологияларын боҙоу осраҡтарын асыҡлаһа, быйыл был күрһәткес 36 процентҡа тиклем кәмегән. Шулай уҡ сеймал менән эшләү шарттары яҡшырыуы күҙәтелә. Сифатһыҙ продукция асыҡлау осраҡтары былтырғы 83 проценттан быйыл 17 процентҡа тиклем кәмегән. Ашханаларҙа бракераж комисияһынан тыш, ата-әсәләр контролен ойоштороу ҙа үҙ һөҙөмтәләрен бирә.

Ата-әсәләр менән берлектә эшләйбеҙ. Улар мәктәпкә йыш килә һәм әҙерләнгән аҙыҡты тәмләп ҡарап үҙ баһаһын бирә. Ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа мәктәп ашынан ҡәнәғәт. Һорау килеп тыуһа, бергәләп хәл итәбеҙ.

Сергей Петров, Шаран ауылы 1-се мәктәбе директоры

Шаран район үҙәгенең 1-се мәктәбе ашханаһы республика буйынса яҡшылар иҫәбендә. Былтыр февралдә асылған мәктәп ашханаһы 250 урынға иҫәпләнгән, уҡыусыларҙы туҡландырыу 4 сменала ойошторолған. Белем усағында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы хеҙмәтләндереү айырым иғтибарға алынған. Ашхананың техник тәьминәте тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Мәктәп ашнаҡсыларының һөнәри оҫталығы тармаҡ конкурстарында йыш билдәләнә. Быйыл октябрҙә үткән ««Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсында ашхана коллективы республика ауыл белем усаҡтары ашханалары араһында 3-сө урын яулаған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ