Киләһе йыл Башҡортостанда 62 километр юл һәм 5 күпер төҙөкләндереләсәк

Республика Хөкүмәте ултырышында автомобиль юлдарын ремонтлауға йомғаҡ яһап, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Быйыл төбәктең юл фондына 42 миллиард һум аҡса бүленгән, шуның 14 миллиарды федераль бюджеттан. Бөгөн республикала ремонт, реконструкция һәм төҙөлөш объекттары тамамланыу алдында. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә быйыл норматив талаптарға яуап биргән юлдарҙың оҙонлоғо 64,8 процентҡа етәсәк. «Көнсығыш сығыу юлы» менән Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы уңайынан саралар исемлегенә индерелгән объекттарҙы ғәмәлгә ашырыу төп маҡсат булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ