Эшҡыуарҙарға тышҡы баҙарҙа нисек эшләргә?

Өфөлә экспортёрҙар клубы ултырышы үтте. Эксперттар валюта, килешеүҙәр һәм транзакцияларҙы финанслау мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Был йәһәттән Һуңғы ярты йылда күп кенә үҙгәрештәр индерелгән. Мәҫәлән, ҡулланыусылар менән ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү, ошо рәттән үҙ-ара иҫәпләшеү һәм тауар менән алышыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ ил президенты Указы менән ҡулаҡса валютаһында иҫәпләшеү мөмкинлеге булдырылды. Белгестәр фекеренсә, был инде, валюта контроле үҫеше тарихында әлегәсә булмаған аҙым.

Валюта ҡануниәтенең мөкинлектәре киң. Әммә банктар ҡайһы бер илдәр менән килешеүҙәрҙе хеҙмәтләндерергә ризалашмай. Был дөрөҫ түгел. Сөнки был илдәр халыҡ-ара санкцияларға дусар ителһә лә, улар беҙҙең менән фәҡәт дуҫтарса мөнәсәбәттә, сауҙа үҫешә. Дәүләт структуралары сауҙа үҫешенә кәртә ҡуйырға түгел, уға булышлыҡ итергә, күп нәмәне алдан күрергә тейеш. Ошо мәсьәлә менән ныҡҡлап шөғөлләнергә кәрәк.

Елена Капранова, Рәсәй һалым порталы эксперты, эске аудиторҙар институты ағзаһы, экспорт мәктәбе федераль тренеры

Ултырышта банктар вәкилдәре сығыш яһаны. Эксперттар фекеренсә, мәсьәләне хәл итеү юлдары бар. Экспортҡа әле тотоноусыларға ярҙам ҡаралған. Башҡортостанда был ярҙамды Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм республика экспортҡа ярҙам үҙәге ойоштора. Логистик сығымдарҙы ҡаплау һәм аванслау программалары бар. Белгестәр шулай уҡ франшизаларҙы сит ил баҙарына яраҡлаштырыу менән дә шөғөлләнә. Әле бер нисә заявка эшкә алынған. Улар Ғәрәп Әмирлектәренә бал экспортлауға нигеҙләнә.

Яҡын Көнсығыш илдәре клиенттары тәҡдим ителгән продукцияның тоәғәйенләнешен аңлаһын өсөн махсус маркетинг эшләнек. Әле Ғәрәп әмирлектәрендә 5 кибет асылды. Артабан башҡа илдәргә сығыу мөмкинлектәре лә ҡарала. Был беҙҙең төп продукциябыҙҙың береһе булған башҡорт балының үҙ һатып алыусыһын табыу миҫалы. 

Илдус Хәлитов, Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙамлашыу үҙәге директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ