Мораҡ үҙәк район китапханаһында Күгәрсен һәм Ейәнсура районы халыҡ театрҙары ағзалары, үҙешмәкәр артистар, режиссерҙар осрашыуы үтте. Ижадсылар бер-береһе менән аралашып, коллективтарҙы борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Бөгөн Күгәрсен районының һәр ауыл мәҙәнәт йортонда тиерлек үҙешмәкәр театр эшләй, уларҙың дүртеһе халыҡ исемен йөрөтә.
Фекер алышыуҙа тамашасы зауығына тап килерҙәй пьеса һайлау, ролдәрҙе башҡарырҙай артистар табыу һорауҙары барланды. Мәктәп уҡыусылары, хаҡлы ялдағылар, буш ваҡытын файҙалы үткәрергә теләүселәр менән тығыҙ эшләү кәрәклеге билдәләнде.



