Баҡсағыҙға именлек. Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан ҡотҡарыусылары рейдтарға сыға. Йыл аҙағына тиклем баҡса ширҡәттәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә, айырым категория граждандарға янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары тапшырыла. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов.
Республикала баҡса биләмәләре инфраструктураһын яңыртыуға 50 миллион һум ярҙам күрһәтелә.







