Республиканың реабилитация техник саралары етештергән предприятиеларына ярҙам саралары булдырылды

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың реабилитация техник саралары етештергән предприятиеларына ярҙам саралары булдырылды. 1 декабрҙән компаниялар льготалы займ алыуға дәғүә итһә, киләһе йылдан яңы ҡорамалдар, сеймал һатып алыуға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Был турала сираттағы «Сәнәғәт сәғәте»ндә билдәләнде. Унда протез-ортопедия, спорт тренажерҙары, медицина аппараттары производствоһын алып барған предприятие етәкселәре ҡатнашты.

Өфөләге предприятиела 1995 йылдан алып умыртҡа һөйәген һуҙыу һәм вибрация массажы яһау өсөн автоматлаштырылған комплекстар етештерелә. Һыу аҫтында процедуралар яһала торған ҡулайламалар ҙа бар. Радий Хәбиров компанияның лазер менән ҡырҡыу, йыйыу, буяу, һынау цехтарында булып, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең реабилитацияһына тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдары һәм тренажерҙарҙы ҡороу процессы менән танышты. Барлыҡ продукция сертификация үткән, Халыҡ-ара стандарттарға тура килә.

Предприятие ҡарамағында конструктор бюроһы ойошторолған. Унда фәнни-тикшеренеү эштәре уҙғарыла. Әйтәйек, тренажер, дауалау-диагностика ҡорамалдарына ҡуйылған электрон платалар ҙа тап ошо стеналарҙа йыйыла.

Утыҙ бер йыллыҡ тарихы булған компанияла интеллектуаль идара итеү системаһы һәм биологик кире бәйләнеш ҡулланылған медицина комплекстары, реабилитация буйынса башҡа техник саралар производстоһы ла яйға һалынған. Әйткәндәй, предприятие етәкселеге матди-техник базаны нығытыуға тағы ла 45 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй. Хеҙмәткәрҙәр һанын, етештереү ҡеүәтен арттырыу ҡаралған.

Шул уҡ ваҡытта предприятиеның проблемалары ла юҡ түгел. Электр менән тәьминәт һорауын хәл итергә, биләмәгә зәңгәр яғыулыҡ үткәрергә кәрәк. Был мәсьәләләр Радий Хәбиров етәкселегендә үткән күсмә «Сәнәғәт сәғәте»ндә ҡаралды, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән берлектә уларҙы хәл итеү юлдары барланасаҡ. Башҡортостан башлығы менән эшлекле һөйләшеүгә реабилитация йүнәлешендәге продукция етештергән башҡа компаниялар етәкселәре лә саҡырылғайны. Республика тарафынан тармаҡты үҫтереүгә ярҙам саралары әҙерләнгән. Әйтәйек, киләһе йылдан яңы ҡорамалдар, сеймал һәм материалдар һатып алыуға субсидиялар бүленә башлай.

Шул уҡ ваҡытта 1 декабрҙән республикала реабилитация техник саралары етештереүселәргә Башҡортостан сәнәғәтте үҫтереү фондынан да ярҙам сараһы ҡаралған. Өс йылға 5 миллиондан 20 миллион һумғаса льготалы займ алырға мөмкин. Белорет районы Сермән ауылында урынлашҡан предприятие етәкселеге билдәләүенсә, был үҫеш өсөн ҙур ярҙам.

«Сәнәғәт сәғәте»ндә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһен йыл да уҙғарыу тәҡдим ителде. Шулай уҡ инвалидтарға реабилитация хеҙмәттәре үтеүгә сертификаттар тапшыра башлау ҙа планлаштырылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ