Был осорҙа ҡотҡарыусылар баҡсасылар ширҡәттәрендә профилактик рейдтарҙы арттыра. Мейес, йылытыу ҡорамалдары, электр линиялары төҙөклөгө һәм башҡа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә. Акцияның маҡсаты мөмкин тиклем күберәк баҡса участкаларын тикшереү. Сөнки йыш ҡына ҡаланан алыҫыраҡ урынлашҡан ширҡәттәргә иғтибар етмәй ҡала.
Ә ғәмәлдә тап ошо осорҙа баҡса йорттарында янғын сығыу осраҡтары ике тапҡырға арта һәм улар йыш ҡына үлемесле тамамлана. Мәҫәлән, быйыл ғына ҡала сите йорттарында уттан 11 кешенең ғүмере өҙөлгән.






