Үҙенсәлекле операция Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үтте. Әмәлиәтте халыҡ-ара табиптар төркөмө эшләне. Уның барышын БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙатте.
Операция өҫтәлендә 60 йәшлек пациент. Йөрәк етешмәүсәнлеге менән яфаланған. Һуңғы ваҡытта үҙаллы хәрәкәт итеү һәләтен юғалтҡан. Уға Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ярҙамға килгән. Донор йөрәгенә сират ҙур булыуы, әмәлиәтһеҙ пациенттың көндәре һанаулы ғына ҡалыуын иҫәпкә алып табиптар уның йөрәгенең һул ҡарынсығына яһалма имплант ҡуйырға ҡарар иткән.
Башҡортостан табиптарына ярҙамға Төньяҡ-көнбайыш федераль округының баш кардиохирургы, профессор Геннадий Хабулава килгән. Уға Төркиәнең Анкара ҡала дауаханаһы йөрәк-ҡан тамырҙары бүлеге мөдире Умит Керван ассистентлыҡ итә.
Операция барышында сирленең йөрәгенә ҡан әйләнешенә булышлыҡ итеүсе механизм ҡуйыла. Электрон ҡоролма батареялар ярҙамында эшләй.
Яһалма йөрәк аппараты ауырыуҙың йәшәү сифатын бермә-бер күтәрергә мөмкинлек бирә, ти табиптар. Әммә сикләүҙәр ҙә бар. Аппарат ҡуйылған пациентҡа ошо хәүефһеҙлек рамаһы һәм башҡа магнитлы ҡоролмаларҙы урап үтергә кәрәк. Улар яһалма йөрәк тибешенә зарар килтереүе ихтимал.
Операция залынан буласаҡ кардиологтар өсөн тура трансляция ойошторолдо. Студенттар әмәлиәт үҙенсәлектәре менән махсус лекция барышында танышты. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, яһалма йөрәк ҡуйыу операцияһын үҙләштереү, уҡыу йортон яңы технология кимәленә сығара.
Һуңғы йылдарҙа техника арта, кеше аҙыраҡ хәрәкәтләнә. Шул сәбәпле, йөрәк етешмәүсәнлеге кеүек үлемесле ауырыуҙар ҙа йышыраҡ осрай. Ә мәсьәләне хәл итеү юлы ябай. Сәләмәт булыу өсөн кеше көнөнә 10 мең аҙым йәйәүләп үтергә тейеш тигән фекерҙә аҡ халатлылар.
Рафиҡ Әхмәтшин



