Байрам кисәһе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Урта махсус музыка колледжын тамамлаған уҡыусыларҙың фотолары бер альбомға ғына һыйырлыҡ түгел. Бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтҡан фотоһүрәттәр эргәһенән бер кем дә үтеп кенә китә алмай. 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усағының байрам кисәһенә уҡытыусылар, ата-әсәләр, төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, бөгөн белем алған малайҙар-ҡыҙҙар йыйылды.
1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағында билдәле композитор Заһир Исмәғилев башланғысы менән асылған музыка мәктәбе беренсе көндән алып балаларға махсус һөнәри белем бирә. Бында уҡыусылар беренсе кластан бер үк ваҡытта музыка һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса уҡый. 1994 йылда Урал аръяғы һәләтле балаларын тәрбиәләү маҡсатында Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы ла эшләй башлай.
Урта махсус музыка колледжы джаз пианисы Сергей Чипенко, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры баш дирижеры Артем Макаров һәм театр солисы Дилара Иҙрисова, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев, композитор Илдар Хисаметдинов кеүек талантлы мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен үҫтергән. Юбилей сараһында колледж уҡытыусыларының эше дәүләт наградалары менән билдәләнде. Шулай уҡ тамашаның икенсе бүлегендә был уҡыу йортон тамамлаусы, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова роялдә уйнаны.
Юбилей кисәһендә республика башлығы ҡарары буйынса колледжға тағы бер бина бирелеүе хаҡында билдәле булды. Ремонттан һуң, өҫтәмә уҡыу кластары һәм концерт залы сафҡа инәсәк.
Әлфинә Килдейәрова



