Башҡа вирустарға ҡарағанда яҡшыраҡ өйрәнелһә лә, был ауырыуҙан миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. Башҡортостанда 1987 йылдан башлап, 39 мең ярым кешелә ВИЧ-инфекция асыҡланған. Быйыл республикала 1 мең 500 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. Уларҙың күбеһе ир-егеттәр. Табип-инфекционист Нурфиға Хафизова:
Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһына бәйле һорауҙарға белгес яуабы алырға мөмкин. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтендә “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылды. Элемтә телефоны: 8-800-700-90-30. Бөгөн баш ҡаланың “Башҡортостан” лайфстайл-үҙәгендә медицина белгестәре лекция уҡый. Ул көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 7-гә тиклем дауам итә. Шунда уҡ вирусҡа экспресс-тест тапшырырға була.




