Тармаҡ вәкилдәрен республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотланы. - Көн һайын фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән һеҙ иҡтисадты нығытаһығыҙ, беҙҙең республика һәм ил киләсәге өсөн тырышаһығыҙ. Армияға ярҙам итәһегеҙ, махсус хәрби операция бурыстары үтәлеше өсөн кәрәк әйберҙәр етештерәһегеҙ. Башҡортостан күп өлкәләрҙә лидер, алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыуға ышанам, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.







