Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект сайтында беҙҙең республиканан 30 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Уларҙың дүрттән бер өлөшө һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр алған. "Киләсәккә билет" проекты илдең 85 төбәгендә ғәмәлгә ашырыла. Проект һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.







